+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:00

Башҡорт википедистары форумы

20 февралдә сәғәт 12-лә башланасаҡ форум саралары https://youtu.be/g1U3pzPQUWI һылтанмаһы буйынса Ютуб каналында күрһәтеләсәк.

Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонды башҡорт википедистары форумын үткәрә. 15 йылдан ашыу тел активистары: уҡытыусылар, журналистар, яҙыусылар популяр “Википедия” глобаль интернет-энциклопедияһының башҡорт бүлеген булдырыуҙа ал ял белмәй эшләй.
Форумдың рәсми өлөшө әүҙем википедистарҙы һәм проектҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәткән журналистарҙы бүләкләүҙен башлана. Тантаналы өлөштә шулай уҡ Башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн масс-медиала һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырған проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырыласаҡ.
Форумдың практик өлөшөндә ирекмәндәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, 21 февралдә башланып 11 октябргә - Республика көнөнә тиклем дауам итәсәк “Башҡорттар” конкурс-марафонының презентацияһын үткәрәсәк. “Башҡорт Википедияһының үҫеш перспективалары” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә активистар көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ һәм киләсәккә пландар билдәләйәсәк.
20 февралдә сәғәт 12-лә башланасаҡ форум саралары(н) https://youtu.be/g1U3pzPQUWI һылтанмаһы буйынса Ютуб каналында күрһәтеләсәк (ҡараға була).

Белешмә: Башҡорт Википедияһы тиҙ үҫеүсе проекттарҙың береһе булып тора һәм донъя буйынса ғәмәлдәге 300 бүлек араһында беренсе йөҙ иҫәбенә инә. Әлеге ваҡытта унда дөйөм һүҙҙәр күләме 20 миллиондан ашыу тәшкил иткән 55 меңдән ашыу мәҡәлә бар. “1000 мотлаҡ мәҡәлә” проектында Башҡорт Википедияһы донъяла - 29-сы, Рәсәйҙә - икенсе һәм төрки телле бүлектәр араһында беренсе урын биләй. 2021 йылдың ғинуарында башҡорт телендәге мәҡәләләрҙе 44 мең урындан 1 миллион 905 мең тапҡыр уҡығандар. Ғинуарҙа “Инглиз теле”, “Ғәли Соҡорой”, “Салауат Юлаев”, “Башҡорт теле”, “Мостай Кәрим” мәҡәләләре, шулай уҡ бүлектең белешмә биттәре иң күп уҡылған.

https://youtu.be/g1U3pzPQUWI
Читайте нас: