+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 11:00

Яңы Сүрәкәй ауылында «Самауыр байрамы»

Сара Нуғай шишмәһе янында үтте.

Быйыл Яңы Сүрәкәй ауылы үҙенең 260 йыллығын билдәләй. Сүрәкәй ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, тигән тарихи мәғлүмәт бар. Ауылдың боронғо исеме - Нуғай.

Нуғайҙарҙың шатлығын бөтә район халҡы уртаҡлаша. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған Самауыр байрамына ла күптәр килде. Сара Нуғай шишмәһе янында үтте.

Бында төрлө майҙансыҡтар әҙерләнде: бер рәттә ҡайнап ултырған боронғо һәм замана самауырҙар парады, үҙ ҡулдары менән һуҡҡан аҫалы балаҫтар, сигелгән алъяпҡыстар, таҫтамалдар, быймалар, шәлдәр күргәҙмәһе.

Байрамда майҙандың төп ҡунаҡтары -йәш ғаиләләр. Улар өсөн төрлө ижади конкурстар ойошторолдо. Йәштәр иң яҡшы һәм татыу ғаилә исеме өсөн көс һынашты. Балалар ҡышҡы халыҡ уйындарында ҡатнашты.

Шулай уҡ, байрамда ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәсамы Иван Фартуковтың өйөнә барып, уның Салауат төйәгендә йәшәүсе халыҡҡа бағышланған «Ер һәм кешеләр» тигән күргәҙмәһе менән танышты.

Ауыл халҡы бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ата-бабаларының йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай: Нуғай шишмәһенә доға ҡылып һыу башлау, Ҡорбан ғәйетенә һарыҡ һайлау, ир-баланы һөйөү, килендәрҙе яратыу кеүек йолаларҙы бергәләп атҡаралар.

Был сараны ла ауыл халҡы күмәкләп әҙерләгән. Самауыр байрамында ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы, милли ризыҡтар менән һыйланылар. Аҡһаҡалдар менән фәһемле әңгәмәләр ҡоролдо, күңелдәр йыр-моңға тулды.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #СалаватскийРайон #СалауатТөйәге #Салауаттар #АЙЫКАУЫЛ2020 #айыҡауыл2020 #трезвоесело2020
Читайте нас: