+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 19:00

Борай районының Унлар ырыуы вәкилдәре йыйында

Бөгөн, 19 февралдә, Ҡариҙел районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә Унлар ырыуы ҡоро үтте.

Бөгөн, 19 февралдә, Ҡариҙел районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә Унлар ырыуы ҡоро үтте.

Борай районынан Иҫке Ҡарағош, Яңы Ҡарағош, Кәшкәләү, Дауытлар, Ишмәмәт, Баҡалы, Иҫке Киҙгән ауылдары башҡорттары ошо ырыуға ҡарай.

Съезд эшендә мәғариф ветераны Рәүис Муллаҡаев, ауыл клубтары ойоштороусылары Гүзәлиә Шәйәхмәтова, Ильвар Шакиров, Тәүсиә Әхмәтова, Роза Солтанова, Гөлназ Шакирова, хеҙмәт ветерандары Иҙрис Лотфуллин, Рим Бәҙретдинов, китапханасылар Флюн Биктиев, Зөһрә Кәримова, Таҙлар ауылы биләмәһе белгесе Гөлнара Саҙрисламовалар ҡатнашты.
Борай районының Унлар ырыуы вәкилдәре йыйынға тарихы, көнкүреше һәм мәҙәниәтен сағылдырған башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре күргәҙмәһе әҙерләп алып килгән.
Миләүшә Әхмәтйәнова
Читайте нас: