+11 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 13:00
Башҡортостанда яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә
Юбилей сараларын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй.
Башҡортостанда республиканың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә. Тейешле указға республика Башлығы ҡул ҡуйған. Юбилей сараларын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй.
Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.
Уның әҫәрҙәре араһында — бик күп театрҙарҙа сәхнәләштерелгән «Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл», беренсе совет дипломаты
Кәрим Хәкимов
тураһында «Ҡыҙыл паша» һәм Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында «Көҙән башҡорто» пьесалары.
https://
www.bashinform.ru/news/1560723-v-bashkortostane-otmetyat-100-letie-pisatelya-nazhiba-asanbaeva/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в