-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 15:21

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан асыҡ һауала бушлай концерттар була

22 февралдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Рус драма театры алдындағы майҙанда байрам уңайынан «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты башлана.

22 февралдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Рус драма театры алдындағы майҙанда байрам уңайынан «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты башлана.
Программала – популяр артистарҙың, Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең сығыштары. Байрам ҡунаҡтарын Рәмил Бәҙәмшин, Геннадий Родионов, «Арғымаҡ», Zainetdin show Neo Vision төркөмдәре, шулай уҡ «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсылары YALFY, RAHIMOV, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева ҡыуандырмаҡсы.
Концерттың хедлайнеры – йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов.
23 февралдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә «Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур байрам концерты башлана. Байрам программаһында популяр артистар, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Рәмил Бәҙәмшин, Александр Лынник, «АНТ», «Премьер» төркөмдәре, «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, Zainetdin show Neo Vision, «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсылары ҡатнаша.
Концертҡа инеү ирекле.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в