««Мең ырыуы» төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең советында ырыуҙың лайыҡлы вәкилдәре эшләй. Бөгөн биология фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡарған, абруйлы, тәжрибәле шәхес Дамир Асҡаров һәм әле Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем алып йөрөгән студент Айрат Мусинды ҡабул иттек. Улар бөгөндән ырыу эштәренә ҡушылды. Пландар ҙур, башҡараһы эштәр күп. Киләһе күләмле сара — 19 мартта Миәкә районында үтәсәк Шәжәрә байрамы. Уға әҙерлек күптән башланды», — ти «Мең ырыуы союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов.
https://kurultai.ru/ba/content/1973-bashkiry-roda-min-soberutsya-letom-v-alsheevskom-rajone/