+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 11:00

«Сәй карнавалы»

14 февралдә Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында «Айыҡ ауыл-2020» республика бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы — «Сәй карнавалы» байрамы үткәрелде.

14 февралдә Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында «Айыҡ ауыл-2020» республика бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы — «Сәй карнавалы» байрамы үткәрелде.

Байрам башҡорт халҡының яратҡан эсемлегенең тарихын байҡауҙан башланды. «Ҡытай һәм Һиндостан ҡунаҡтары» байрамды биҙәне, рус һәм башҡорт халыҡтарының сәй йолалары күрһәтелде, сарала ҡатнашыусыларға төрлө тәмлекәстәр менән сәй тәҡдим ителде.

Уйын-көлкө, шаян конкурстар, йыр-бейеүҙәр, тиҫтәләгән самауырҙа туҡтауһыҙ ҡайнап торған эҫе сәй байрамды биҙәне, сара бик матур һәм әүҙем үтте, оҙаҡҡа иҫкә ҡалырҙай булды.

Түбәнге Үтәш халҡы төрлө кимәлдәге бәйге һәм сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша, лайыҡлы сығыш яһай.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2020 #ТрезвоеСело2020
Читайте нас: