«Урындағы үҙидара органдарының йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү практикаһы» Белорет районы Шығай ауылында ҡаралды. Сара урыны осраҡлы ғына һайланмаған. Шығайҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үткән. Түңәрәк өҫтәл форматында үткән осрашыуҙа урындағы хакимиәт етәкселеге, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, Учалы, Әбйәлил һәм Баймаҡ районы вәкилдәре ҡатнашты.