+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 15:30

Республикала совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа һәйкәл ҡуйыу урыны билдәләнде

Ул В.И.Ленин исемендәге паркта, Совет һәм Туҡай урамдары киҫешкән ерҙә урынлаштырыла.

Башҡортостанда совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа һәйкәл ҡуйыу урыны билдәләнде. Ул В.И.Ленин исемендәге паркта, Совет һәм Туҡай урамдары киҫешкән ерҙә урынлаштырыла.
Мәҙәниәт министрлығы Өфө ҡалаһында һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан итте. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисаптары 2021 йылдың 21 майына тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47.
Кәрим Хәкимов – йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән легендар шәхес, күренекле совет дипломаты, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: