Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ғашиҡтар көнөнә арналған “Мөхәббәт миҙгелдәре” исемле концерт үтте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Дияна Ишниязова үҙенең ижади төркөмө менән тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Диана Ишниязова, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рөстәм Шаһбалов һәм Салауат Мөхәмәтйәнов менән өсәүләшеп кенә тамашасыларға бына тигән байрам ойошторҙо. Еңел дә, ерлекле лә, заманса ла, мәғәнәле лә, мауыҡтырғыс та, дәртле лә булды был романтик кис.
Тамашаға юмористик тон биреүсе нәфис һүҙ оҫталары Зөлфиә Әхмәтова менән Фаяз Йәнтүриндың да ҡыҙыҡлы бәхәсе лә һөйгәндәрҙе беҙ төҫө лә, матурлығы ла өсөн түгел, ә күңеле өсөн яратабыҙ икәнде тағы бер ҡат иҫкәртте.
Д. Ишниязова концерт һуңында тәҫьораттары менән бүлешеп, Учалы һәм Белорет райондарына гастролдәр планлаштырыуы тураһында ла әйтте.