+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 17:00

Ғафури ижады төрөк, инглиз, үзбәк телдәрендә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижадына арналған онлайн-конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Бер йыл буйы барған бәйгегә бер меңдән ашыу видеояҙма ебәрелгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижадына арналған онлайн-конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Бер йыл буйы барған бәйгегә бер меңдән ашыу видеояҙма ебәрелгән.
«Бер ғашиҡтың һүҙҙәре» йыры менән Татарстан ҡыҙы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова конкурста Гран-при яулаған. Йырҙы Мәжит Ғафуриҙың шиғырына Башҡортостан егете Радмир Шәйхетдинов яҙған. Шағирҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға араналған конкурс онлайн-форматта үткән. Ижади эштәр төрлө номинацияларҙа билдәләнгән.
Рәсәйҙән тыш ун биш илдә йәшәүселәр Ғафури шиғырҙарын төрлө телдәрҙә һөйләй. Ҡатнашыусылар Ҡытайҙан, Франция, Чехия, Үзбәкстан һәм донъяның башҡа мөйөштәренән. Мәҫәлән, Канаданан ғына ун кеше шиғырҙарҙы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә уҡыған.
Конкурс егерменсе тапҡыр үткәрелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән. Мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, билдәле шәхестәр ҙә әҙиптең ижадына һөйөүен белдерә. Хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәриә Йосопованың шағирға арнап үҙе яҙған шиғыры беренсе урынға лайыҡ булған.
Егерменсе быуат башы ижадын заманса рэп стиленә һалыусылар ҙа бар.
Конкурсты Мәжит Ғафури фонды әҙиптең йорт-музейы менән берлектә ойоштора.
Шағир ижады үлемһеҙ. Быны йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала барған конкурс та иҫбатлай.
Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: