+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 23:49

Башҡортостан КВН-ы юниор-лигаһының ярымфиналы үтте.

Һигеҙ мәктәп командаһы финалға сығыу өсөн көс һынашты. Финалға кем сығыр?!

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында һигеҙ мәктәп командаһы сирек финалды уңышлы үтеп, инде финалға сығыу өсөн көс һынашты.
Уҡыусылар үҙҙәренең ихлас уйыны, актерлыҡ оҫталығы, көлкөлө сығыштары менән тамашасыларҙы ла, жюриҙы ла ҡыуандыра.
Ярымфиналда уйнағандарҙың һәр береһе сағыу, талантлы, шуға күрә лә уларҙы баһалап, иң-иңдәрен һайлау жюри ағзаларына еңел булмаҫтыр, моғайын. Финалға кем сығыр икән тигән һорау әлегә асыҡ ҡала.
Юниор-лига миҙгеле 2020 йылдың көҙөндә башланғайны. Октябрҙә онлайн тәртиптә һайлап алыу турҙары үтте. Уйындарҙа республиканың ун муниципаль берәмегенән 25 команда ярышты. Ә ярымфиналға инде, алда әйтелгәнсә, уларҙың араһынан иң көслө тип табылған һигеҙе барып етте.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: сара республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә.
Автор: Рәүилә Ғатауллина ("Башҡортостан" гәзите).
КВН юниор-лига финалына биш команда үтте. Улар араһында - «Made in UFA» (Өфө), «Точка с запятой» (94-се лицей, Өфө), «Сборная 86-й гимназии» (Өфө), «Ребята с нашего двора» (159-сы мәғариф үҙәге, Өфө) һәм Благовещенск ҡалаһынан «Опять 25» командалары.
Читайте нас: