Байрам бынан бер нисә йыл элек өс бала әсәһе Эмми Бродмур тәҡдиме менән үткәрелә башлай. Эммиҙың өлкән улы бер ваҡыт уға "Ни өсөн кешеләр бер-береһенә сәбәпһеҙ генә китап бүләк итмәй икән, ни өсөн шундай көн юҡ?" тигән һорау бирә. Эмми уйға ҡала һәм социаль селтәрҙә улының тәҡдиме тураһында яҙа. Уның мөрәжәғәтен күптәр күтәреп ала. Яңы байрам шулай барлыҡҡа килә.
Бөгөн бик күп илдәрҙә балаларға китап бүләк итәләр.