+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 17:55

Ҡариҙел халҡы «Айыҡ ауыл» һәм «Рәсәй саңғыһы» байрамдарын билдәләне

Ҡариҙел районының Шамрат ауылында «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә матур сара уҙҙы.

Байрамға район башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Светлана Туразянова һәм Ирек Зарипов, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Радик Мырҙағәлиев саҡырылғайны.
Район башлығы Айҙар Шәйҙуллин ауыл халҡын «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының финалына сығыу менән ҡотланы һәм уларға музыкаль үҙәк бүләк итте. «Бөгөн беҙҙә бер юлы ике байрам. Беренсеһе — «Айыҡ ауыл» сараһына йомғаҡ яһау. Икенсеһе — бөгөн бөтә илдә «Рәсәй саңғыһы» үтә, шуға күрә беҙҙә биатлон ойошторҙоҡ. Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ һәм күтәренке кәйеф теләйем», — тине ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ойошманың Башҡарма комитеты ағзаһы Радик Мырҙағәлиев сәләмләне: «Айыҡ ауыл» конкурсының инициаторы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Был сара ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде, сөнки ысынында иһә еңеүҙән бигерәк ҡатнашыу мөһим. Бөтәһе лә төп бүләк ала алмаясаҡ, әммә был бәйгелә ҡатнашыу үҙе һеҙҙең мәртәбәгеҙҙе бермә-бер арттыра, бәҫегеҙҙе күтәрә. Ысын күңелдән Шамрат ауылы халҡына конкурстың финал этабында еңеүҙәрен теләйем! Дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов үҙ сығышында район һәм ауыл хакимиәтенә ошондай байрам ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. «Бөгөнгө ярышта бер генә еңеүсе буласаҡ, әммә ҡалғандарға күңелһеҙләнергә кәрәкмәй, сөнки уларҙа был саранан ыңғай тәьҫораттар һәм хәтирәләр ҡаласаҡ», тине спортсы. Светлана Туразянова ла бөтәһен дә ҡотланы һәм Әтнәш амбулаторияһына күп функциялы принтер бүләк итте.
Рәсми өлөштән һуң күңел асыу саралары башланды. Биатлонда көс һынашыу өсөн ойоштороусылар барлығы 9 команда туплаған, шуларҙың береһе күрше Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылынан килгән. Ярыштар урындағы художество үҙешмәкәрлек сәнғәт оҫталары әҙерләгән концерт менән үрелеп барҙы. Һәр кем төрлө тәм-том тәмләп эҫе сәй менән йылына алды. Усаҡта төшкө ашҡа тип былау ҙа әҙерләнә. Өлкәндәр һәм олораҡ балалар көс һынашҡан ваҡытта кескәйҙәр өсөн дә төрлө уйындар менән айырым майҙансыҡ ойошторолдо.
Ярыштар араһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Фронтҡа ауылдан 77 кеше киткән, шуларҙың 31-е генә әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөн ауылда һуңғы ветеран — Шәйхенисламов Сәйетхан Шәйхенислам улы йәшәй. Ҡунаҡтар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Айыҡ һәм сәләмәт тормош байрамы саңғысыларҙың күмәк уҙышы менән тамамланды, унан һуң еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләктәр тапшырыу булды. Биатлон буйынса команда ярыштарында ҡунаҡтар — Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы саңғысылар еңеп сыҡты. Байрам һуңында барыһын да тәмле төшкө аш менән һыйланылар.
Читайте нас: