+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 12:00

13 ФЕВРАЛЬ — БӨТӘ ДОНЪЯ РАДИО КӨНӨ

Уны байрам итеү тураһында ҡарар ЮНЕСКО конференцияһында 2011 йылда ҡабул ителә.

Уны байрам итеү тураһында ҡарар ЮНЕСКО конференцияһында 2011 йылда ҡабул ителә.
Был дата осраҡлы һайланмаған — 1946 йылдың 13 февралендә Берләшкән Милләттәр ойошмаһы штаб-фатирында урынлашҡан халыҡ-ара радио тәүге тапҡыр эфирға сыға. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында радио халыҡ өсөн төп мәғлүмәт сығанағы була. Һуғыш йылдарында Өфөлә Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты учреждениелары эшләй. Шулай итеп, Башҡортостан Донъя коммунистик идеология үҙәге, оккупациялағы Европаның ҡаршылыҡ хәрәкәтенең төп пунктына әүерелә. 1941-1943 йылдарҙа Коминтерн радиостанцияһы тап Өфөлә эшләй, Европаның 18 телендә радиотапшырыуҙар алып барыла. Кушнаренко районында Коминтерн мәктәбе урынлаштырыла, унда антифашистар, Европала ҡаршылыҡ хәрәкәте өсөн етәкселәр әҙерләй.
Читайте нас: