+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 13:00

Башҡорт тархандарының милли кейем өлгөһөндә

Башҡортостан Милли музейында «Тамға» Халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә сираттағы оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Башҡортостан Милли музейында «Тамға» Халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә сираттағы оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был юлы сара «кәләбәш» тип исемләнгән биҙәүес әйберен эшләүгә ҡайтып ҡалды. Быға тиклем Рәсәйҙең этнография музейында ғына тап итергә мөмкин булған ҡомартҡы бөгөн киң йәмәғәтселеккә күрһәтелде.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Тархандар» бейеүе. Төрлө яҡлы фекерҙәр тыуҙырған хореографик композицияны тамашасы берсә һоҡланып, берсә ятһынып ҡараны. Бейеүселәр традицион башҡорт милли кейеме өлгөһөнә заманса һыҙаттар өҫтәне лә, был турала онотто ла кеүек. Әммә, былтыр республикала үткән «Тамға» халыҡ-ара конкурсы эште йәнә йәнләндереп ебәрҙе.
Халҡыбыҙҙың традицион милли кейем өлгөһө. Шау көмөштән йыйылған биҙәүес ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән алдыра. Боронғо ҡомартҡыны Гөлдәр Шәбиева яңыртҡан.
Ҫаҡал тип аталған милли биҙәүес тә шулай уҡ, Гөлдәр Шәбиеваның ҡул эше. Бөгөн бындай биҙәүес өлөгшөһөн Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында осратырға мөмкин. Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы XIX быуаттан һаҡланған. Мәғлүм булыуынса, был биҙәүесте тархан ҡатындары тағып йөрөткән.
Күргәҙмә сиктәрендә Милли музейҙа оҫталыҡ дәрестәре лә дауам итә. Бөгөн ул тап башҡорт тархандары йөрөткән кәләбәш эшләүгә арналды. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар туҡыманы тәҡдим ителгән өлгөгә ҡарап киҫте. Артабан музейҙа ир-егеттәрҙең боронғо баш кейеме һәм Дим буйы башҡорттары биҙәүестәрен әҙерләүгә арналған оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана.
Фото №1 - Башҡорт тархандарының милли кейем өлгөһөндә
Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас: