-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:00

Радий Хәбиров Өфө Дәүләт циркының, Рус драма һәм Ҡурсаҡ театрҙарының киләсәге хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә эш сәфәре менән Мәскәүҙә булды. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа ул Өфөнөң ил әһәмиәтендәге мәҙәни объекттарын реконструкциялау һәм ремонтлау өсөн федераль финанслау мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Өфөнөң юбилейына әҙерлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – 2017 йылдан ябылған Дәүләт циркы, был балаларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә ауыр хистәр тыуҙыра, осрашыуҙарҙа ошо хаҡта йыш ишетәм. Артабан. Беҙҙә – күркәм, традицияларға бай Ҡурсаҡ театры. Ләкин уны ла яҡшыртырға кәрәк. Унда актерҙарҙың һәйбәт грим һалыу һәм костюмдар бүлмәһе, театрҙа буфет юҡ, ә тәнәфестә туңдырмаһыҙ балаларға ниндәй тамаша? Бында, һис шикһеҙ, балалар студиялары ла эшләргә тейеш, уларҙы урынлаштырырға урын юҡ. Заманса төкәтмә һалырға кәрәк. Хәҙер – беҙҙең Рус драма театры. Яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмалары 1982 йылда төҙөлгәндән бирле яңыртылмаған! Сәхнә һәм зал 20 йыл ремонтланмаған», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан коворкингтар, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшләгән, лекциялар, балалар, ғаиләләр өсөн төрлө саралар үткәрелгән ҙур заманса китапханаға мохтаж.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в