-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 16:57

Свердловск өлкәһендә — башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия

Екатеринбург ҡалаһы йәштәре Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә милли фотосессияла ҡатнашты.

Екатеринбург ҡалаһы йәштәре Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә милли фотосессияла ҡатнашты.
«Ошондай сараны үткәреү идеяһы беҙгә #ЯМыКорни флешмобын уҙғарғанда тыуҙы. Шул ваҡытта урындағы башҡорт йәштәренең милли кейемдәрҙә фотолары булмауы асыҡланды. Беҙҙең маҡсат — милли кейем аша халҡыбыҙ үткәнен күҙалларға, үҙебеҙҙең кем икәнлекте аңларға мөмкинлек биреү ине», — тип һөйләне үҙәктең баш белгесе Светлана Ҡолмырҙина.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы методисы Юлиә Нуриәхмәтова ойошторҙо. Ҡумыҙ моңо фотосессияға үҙенсәлекле рух өҫтәне. Фоторәссам Аделина Ниғмәтова әйтеүенсә, эшләүе ҡыйын булманы. Образдар сағыу һәм баҙыҡ, милли күлдәктәр һәр кемдә үҙенсә күренә.
«Милли фотосессия башҡорт халҡы тамырҙарына тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә. Светлана менән Юлиәгә үҙенсәлекле сара өсөн рәхмәт. Башҡортса һөтләп сәй эстек, халыҡ йырҙарын тыңланыҡ», — ти Ильмиә Первушина.
Был фотосессияла Зилара Фәттәхованың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан, Руфина Дәүләтшина бөтә күлдәктәрҙе кейеп ҡараған. «Башҡорт милли кейем тарихы, төҫтәр тураһында күпте белдем. Үҙемде ысын башҡорт һылыуҡайы итеп тойҙом. Екатеринбургта тыуған яғымдың бәләкәй генә өлөшө бар, шуға ҡыуанам», — ти Руфина Садиҡова.
Читайте нас: