+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 11:00

Өфөлә дирижер Таһир Камаловҡа арналған хәтер кисәһе була

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына нигеҙ һалыусы Таһир Камаловтың хәтер кисәһе 11 февралдә Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында үтә.Сара 18.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле. «Маэстро» тип исемләнгән кисә, Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында үтә, элек оркестр унда дирижер етәкселегендә йыш сығыш яһай.«Маэстроның хәтер кисәһенә саҡырам. 40 көнө яҡынлашып килә. Ул ойошторған оркестр музыканттары уның өсөн уйнаясаҡ, улар ҙур теләк менән концертта ҡатнашырға һәм музыка аша уға үҙҙәренең оло хөрмәтен еткерергә теләй. Беҙ, уның ғаиләһе, шулай уҡ был кисәлә ҡатнашасаҡбыҙ, - тип яҙҙы мәрхүмдең ҡатыны Елена Камалова.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов 2021 йылдың 4 ғинуарында 59-сы йәшендә вафат булды. 1992 йылдан 2011 йылға тиклем ул оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры булды.

Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына нигеҙ һалыусы Таһир Камаловтың хәтер кисәһе 11 февралдә Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында үтә.
Сара 18.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле.
«Маэстро» тип исемләнгән кисә, Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында үтә, элек оркестр унда дирижер етәкселегендә йыш сығыш яһай.
«Маэстроның хәтер кисәһенә саҡырам. 40 көнө яҡынлашып килә. Ул ойошторған оркестр музыканттары уның өсөн уйнаясаҡ, улар ҙур теләк менән концертта ҡатнашырға һәм музыка аша уға үҙҙәренең оло хөрмәтен еткерергә теләй. Беҙ, уның ғаиләһе, шулай уҡ был кисәлә ҡатнашасаҡбыҙ, - тип яҙҙы мәрхүмдең ҡатыны Елена Камалова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов 2021 йылдың 4 ғинуарында 59-сы йәшендә вафат булды. 1992 йылдан 2011 йылға тиклем ул оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры булды.
Читайте нас: