+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 19:00

Башҡортостан республикаһының Милли әҙәбиәт музейы һеҙҙе яңы китаптың исем туйына саҡыра!

Сара 18 февраль 15.00 сәғәттә Милли китапхана бинаһында үтәсәк.Унда китаптың презентацияһы, әҙәби-музыкаль сәғәт, автограф-сессия ҡаралған. Шулай уҡ авторҙың тормошо һәм ижады тураһында күргәҙмә ойошторола. Байрамда Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар, студенттар ҡатнаша.#НациональныйлитературныймузейРеспубликиБашкортостан#ФСГОРБ#ГульфияЮнусова#Вдохновенныесудьбы

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә күренекле яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың «Илһамлы яҙмыштар» («Вдохновенные судьбы») тип исемләнгән публицистик йыйынтығы баҫылып сыҡты. Унда авторҙың республикабыҙҙың күренекле әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре һәм бөгөнгө көндә ижадтары менән китап уҡыусылар һәм йыр-моң, театр һөйөүселәрҙең хөрмәтен яулаған илһамлы кешеләр хаҡындағы публицистик әҫәрҙәре һәм улар менән әңгәмәләр индерелгән. Йыйынтыҡта шулай уҡ шағирәнең үҙенең ижад юлын сағылдырған фәһемле уйланыуҙары, интервьюлары, юлъяҙмалары бар. Китаптың электрон варианты менән БР Милли әҙәбиәт музейы сайтында танышырға мөмкин.
Китап Милли әҙәбиәт музейының Башҡортостан башлығы иғлан иткән Гранттар конкурсында еңгән «Илһамлы яҙмыштар» проекты сиктәрендә донъя күрҙе. Был Фонд төбәктең граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән коммерция булмаған ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе маҡсат итә. Ярҙам субсидиялар һәм гранттар формаһында тормошҡа ашырылып килә.
Читайте нас: