-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 11:00

Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Таштуғайҙың ике батыры: Ғаззали һәм Хөрмәтулла Үтәшевтәр. Тормошо һәм ижад юлы” китабының исем туйы буласаҡ

Китап «Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев», «Халыҡ һөйөүе – мәңгелек», «Тыуған бишек – киң донъяға ишек», «Ата-әсәйем мөхите» исемле бүлектәрҙән тора.

17 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Таштуғайҙың ике батыры: Ғаззали һәм Хөрмәтулла Үтәшевтәр. Тормошо һәм ижад юлы” китап-альбомының исем туйы буласаҡ. Тамаша Бәләкәй залда үтәсәк. 19 сәғәттә башлана.
Китаптың төҙөүселәре – Динара Ҡәйүмова һәм Зөлфиә Ҡарабаева. Ул З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе.
Китап «Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев», «Халыҡ һөйөүе – мәңгелек», «Тыуған бишек – киң донъяға ишек», «Ата-әсәйем мөхите» исемле бүлектәрҙән тора.
Баҫмала театр тәнҡитселәре, актерҙың коллегалары фекерҙәре, шулай уҡ Хөрмәтулла Ғаззали улының хәтирәләре урын алған.Һуңғы бүлектә Ғаззали батыр тураһында мәҡәлә баҫылған.
Китаптың һуңғы биттәрендә актерҙың тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғалары, уйнаған ролдәр исемлеге, Хөрмәтулла Үтәшевтың руссанан башҡортсаға тәржемә иткән пьесалар исемлеге урын алған.
Читайте нас в