+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 11:00

Учалы районы Илсе ауылында аҙна һайын бер сара уҙғарылып тора

Мәҙәни саралар, спорт, эш, дин – төрлө яҡлап эш бара.

Учалы районы Илсе ауылында Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә аҙна һайын ниндәйҙер бер сара уҙғарылып тора. Мәҫәлән, 28 ғинуар саңғы ярыштары уҙҙы. Ошо уҡ көндә мәҙәниәт һарайы сәхнәһен «Театраль кис» тамашаһы биҙәгән. 30 ғинуар «Илсе һылыуҡайы» конкурсы ойошторолдо. 6 февраль мәргән уҡсылар көс һынашты.

Ауыл муллаһы махсус рәүештә айыҡлыҡ темаһына нәсихәттәр һөйләй, Ағинәйҙәр ойошмаһы әүҙем эшләй, аудио, видеолекциялар бара. Өфөнән дә лекторҙар йәлеп ителгән. Төп сара «Бахшай уйындары» тип атала һәм ул 12 февраль көнө уҙасаҡ.

Ни өсөн күп саралармы? Бөтә был саралар, әлбиттә эскеһеҙ үтә, унда аңлатыу эше бара. Йәштәрҙең эске тураһында уйларға ваҡыттары ла, теләктәре лә ҡалмай. Халыҡ шулай хәмерһеҙ күңел асырға, йәшәргә ғәҙәтләнә. Мәҙәни саралар, спорт, эш, дин – төрлө яҡтан эш бара.

Конкурста еңеп сығыу бер, әммә Илселәр шулай дауам итһә, уларҙың еңеүҙәре тағы ла ҙурыраҡ булыр.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир ##Трезвоесело2020 #АйыҡАуыл2020
Читайте нас: