+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 21:00

Илеш районында, ауыл биләмәләре араһында, халыҡтың патриотик рухын көсәйтеү маҡсаты менән, район фестиваль-конкурстар үткәреү күркәм йолаға әүерелде.

2021 йылдың 6 февралендә, «Беҙҙең яҡтар – ҡояш, нурҙар яғы, Ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы!» тип иҫемләнгән район фестиваль-конкурсы старт алды. Фестиваль-конкурстың төп ойоштороусыһы – Илеш районы муниципаль район хакимиәте, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы.

Район мәҙәниәт һарайының фойеһында тамашасыларға районыбыҙҙың шәжәрәләре һәм балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың рәсемдәр күргәҙмәләре ойошторолдо.
Фестиваль-конкурсты асыу тантанаһында Илеш районы муниципаль район хакимиәте башлығы Мостафин Илдар Иршат улы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты - Бахтизин Рәмил Нәзим улы тамашасыларҙы сәләмләп, конкурсанттарға уңыштар теләнеләр. Райондың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар тарафынан, ҙур сағыу концерт программаһы тәҡдим ителде.

Фестиваль-конкурс түбәндәге йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк: мәҙәни усаҡтың биҙәлеше, мәҙәни программа, шәжәрә, рәсемдәр конкурстары, һәм график нигеҙендә ауыл биләмәләрендә апрель аена тиклем дауам итәсәк.

#БашҡортТарихыЙылы #ГодБашкирскойИстории #ВсемирныйКурултайБашкир #ҡоролтай #курултай
Читайте нас: