+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 11:52

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова арабыҙҙан китте. Уға 12 февралдә 71 йәш тулған булыр ине.Балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (12 февраль 1950 йыл – 8 февраль 2021) — башҡорт эстрада йырсыһы. БАССРҙың атҡаҙанған (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Роза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукова 1950 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. «Абҙаҡта уның ата-әсәһе Нажия һәм Сабирйән Аҡкучуковтар ғаиләһе донъяны шаулатып йәшәгән абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды. Уларҙың балалары етәксе вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡты», тип яҙа Белорет районының «Урал» гәзите
Абҙаҡ 8 йыллыҡ мәктәбенән һуң Роза Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң (1972), Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалист булып эш башлай.
Үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә, емешле ижады өсөн ул БАССРҙың атҡаҙанған , Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була.
1997 йылдан алып филармония администраторы. Йырсының репертуарында татар һәм башҡорт композиторҙарының эстрада йырҙары. Элекке СССР республикалары һәм ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була.
Йырсы халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. «Зөлхизә», «Сывай ҡашҡа», «Түрәкәй», «Һары ла сәс» һәм башҡалар; Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Ә. Т. Кәримов, Т. Ш. Кәримов , Р. В. Сәлмәнов йырҙары һәм романстары, А. Р. Хәлфетдиновтың «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡсарлаҡ» йырҙары ҙур уңыш ҡаҙана.
Читайте нас: