+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 15:00

МӨХӘББӘТ МИҘГЕЛДӘРЕ

Премьера!

Һәр миҙгелдең үҙ мөхәббәт төҫө. Йәйҙәрен ул еләкле-сәскәле, аҡ томанлы, йылы ямғырлы. Яҙын ташҡын йылғаны хәтерләтә. Урғылып, аҡылдан шаштырып, илатып-көлдөрөп килеүе бар. Көҙгө һөйөү һағышлы, моңло, тәрән хисле булыр һымаҡ… Ә ҡышҡы мөхәббәт тыныс та, сабыр ҙа кеүек, талғын яуған аҡ ҡар ише саф, пак…
Ә бит мәхәббәттең дә үҙ миҙгелдәре бар. Йәшлектәгеһе йәйҙәй ҡайнар, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын. Һөйөүҙең һәр миҙгеленең йәмен, наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле. Ә йыр-моң мөхәббәтең ғүмерен оҙайтырға ярҙам итә.
Мөхәббәт миҙгелдәренең нисек булырын белергә теләһәгеҙ, 3-сө февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхим итегеҙ!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дияна Ишниязова ижадташ дуҫтары менән һеҙгә илһамлы, һөйөүле, сағыу концерт бүләк итәсәк. Тамашала халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров ҡатнаша. Алып барыусылар Фаяз Йәнтүрин һәм Зөлфиә Әхмәтова. Концерттаң режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Читайте нас: