+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 17:00

Довлатовтың 80 йыллығы: Өфө урамына уның исеме бирелә һәм «Ремесло» повесы башҡортсаға тәржемә ителә

Сергей Довлатовтың ижадын популярлаштырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә 2021 йылға мәҙәни-белем биреү сараларын план әҙерләү бурысы йөкмәтелде.

Өфөлә тыуып үҫкән күренекле яҙыусы, журналист Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 2021 йылда төрлө саралар ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Сергей Довлатовтың ижадын популярлаштырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә 2021 йылға мәҙәни-белем биреү сараларын план әҙерләү бурысы йөкмәтелде.
Бойороҡҡа ярашлы, Сергей Довлатовтың «Ремесло» повесы башҡорт теленә тәржемә ителә.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе китапханаларҙа яңы яҙыша башлаған яҙыусылар араһында республика конкурсы һәм Довлатовҡа арналған күргәҙмә ойоштора.
«Родина» кинотеатрында Сергей Довлатовтың ижадына бағышланған нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтелә.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы дөйөм һәм профессиональ белем биреү ойошмалары уҡыусылары өсөн акциялар үткәрә.
Ҡала Советы Өфө урамдарының береһенә Сергей Довлатовтың исемен биреү тураһында мәсьәләне ҡарарға тейеш.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: