Милли музейҙа Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған “Тамға” милли костюмдар бәйгеһе оҫталары эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә асылды.
Башҡорт халҡының төрлө заманға, ырыуға, төбәккә һәм ҡатламына ҡараған костюмдары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. «Башҡорт яугиры кейеме» (авторы Роберт Хәмиҙуллин), «1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы башҡорт яугиры хәрби ҡоралдары» (Рафаэль Амантаев), «Дим буйы башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Әлфиә Әхтәриева), «Йорт старшинаһы кейеме», «Башҡорт һунарсыһы кейеме», «Башҡорт көнкүреш кейеме» (Юлай Ғәлиуллин), «Тархан ҡатыны кейеме» (Гөлдәр Шәбиева), «Төнъяҡ-көнсығыш башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Сәйҙә Әхтәмова), «Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Ғәбиҙә Вәлиева), «Аҡ тирәк, күк тирәк» (Алһыу Кинйәбаева), «Ырымбур башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙар кейеме» (Гөлнара Шафиҡова) «Ханымдар» коллекцияһы (Роза Юлдашбаева), «Далан» коллекцияһы (Гөлнара Хәсәнова) исемле эштәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Милли музейҙа күргәҙмәнән тыш “Этноракурс” тип аталған фотокүргәҙмә менән дә танышырға мөмкин.
Уникаль костюмдар күргәҙмәһе 28 февралгә тиклем эшләй, уның сиктәрендә Тамға конкурсы еңеүселәре тарафынан оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә ҡаралған.
Нурия Кинйәбаева