+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 17:00

«Балсыҡ батшалығы» оҫтаханаһы дәрестәргә саҡыра

Дәрестәрҙе керамика буйынса оҫта Юлиә Ларц үткәрә. Алдан 89272390557 (WhatsApp) һандары буйынса яҙылырға кәрәк.

М.В.Нестеров исемендәге музейҙың «Балсыҡ батшалығы» оҫтаханаһы балалар һәм ололарҙы керамика буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра
Улар: 4 февралдә 11:00, 6 февралдә 12:00, 11 февралдә 11:00, 13 февралдә 12:00 сәғәттә үтә. Уҡытыусы менән бергә һеҙ керамиканан ҡыҙыҡлы сынаяҡтар йәки «Ҡышҡы урман» тигән тәрилкә эшләй алаһығыҙ.
Дәрес 1,5 сәғәт дауам итә. Әйберҙәрҙе балсыҡтан эшләү, һүрәт төшөрөү, глазурь менән ҡаплау, мейестә ике тапҡыр яндырыу ҡаралған. Эш өсөн кәрәкле материалдар тәҡдим ителә. Оҫталыҡ дәресенән һуң музейҙың күргәҙмә залдарын ҡарау мөмкинлеге бар. Теләк буйынса ойошторолған төркөмдәргә оҫталыҡ дәрестәрен һәм экскурсовод менән экскурсияларҙы башҡа көндәрҙә лә үткәреү мөмкин. Дәрестәрҙе керамика буйынса оҫта Юлиә Ларц үткәрә.
Алдан 89272390557 (WhatsApp) һандары буйынса яҙылырға кәрәк.
Читайте нас: