-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 13:00

Салауат театры спектакле Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә күрһәтелә

2021 йылдың июнь башында Яр Саллы ҡалаһында илдең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале ойошторола.

Салауат башҡорт драма театрының Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса «Бер, ике, өс» спектакле Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале программаһына инде.
Спектакль төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә (конкурстан тыш программала), «Ремесло» Бөтә Рәсәй фестивалендә һәм Артмиграция 2020 йәш режиссура фестивалендә ҡатнашҡайны.
2021 йылдың июнь башында Яр Саллы ҡалаһында илдең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале ойошторола. Эксперт советы ҡарары менән конкурс программаһында 16 коллектив ҡатнашырға тейеш.
Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам – Зилиә Ҡансурина, яҡтыртыу буйынса рәссам – Илшат Саяхов, музыкаль биҙәлеш — Илсур Ҡаҙаҡбаев, Риф Сәлишев.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в