+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 15:00

Республикала 20-се йылдарҙағы аслыҡ осоро тураһында ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлә

«Хәйбулла» тип аталған кинокартина Башҡортостандың Нуриман, Белорет һәм Иглин райондарында төшөрөлә.

Йотлоҡ ҙур экранда. Республикала 20 быуатттың 20-се йылдарындағы аслыҡ осоро тураһында ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлә. Жанры буйынса триллер. «Хәйбулла» тип аталған кинокартина Башҡортостандың Нуриман, Белорет һәм Иглин райондарында төшөрөлә.
Буян ҡушаматлы атын эҙләргә сыҡҡан Хәйбулла, башҡа һыймаҫлыҡ мажараларға юлыға. Фильмдағы ваҡиғалар Башҡортостандағы йот йылдары фажиғәһен һүрәтләй. Төп ролдә республикала танылған йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар Динис Өмөтбаев.
1921-1922 йылдар Башҡортостан тарихына йотлоҡ йылдары булып инеп ҡалған. Оҙайлы ҡоролоҡ, граждандар һуғышы һәм армия ихтияждары өсөн халыҡтан аҙыҡ-түлек туплау сәйәсәте һөҙөмтәһендә яҡынса 2 миллиондан ашыу кеше аслыҡҡа дусар ителә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йот йылдарында Башҡортостанда халыҡ һаны 22 процентҡа, йәғни 650 мең кешегә кәмей.
Ҡыҫҡа метражлы әммә тәрән эстәлекле. Йәш режиссер Рөстәм Шәйхетдинов үҙенә шундай бурыс ҡуя. Быға тиклем ул аслыҡ йылдары тураһында документаль фильм төшөргән. «Хәйбулла» кинокартинаһы ла шул мәлдә тупланған материалға нигеҙләнгән. Фильмдың бюджеты 1 миллион һум самаһы.
Был фильмды төшөрөүгә ике йыл әҙерлек барҙы. Бюджеты 1 миллион һум самаһы. 2019 йылда мин Башҡортостан киностудияһы үткәргән питчингта еңеп техник ярҙам күрһәтеүгә хоҡуҡ алдым. Шулай уҡ Кэнон компанияһының конкурсында ҡатнашып кинотөшөрөү ҡоролмалары алыуға өлгәштем. Былтыр Ҡазандағы питчигта проектымды яҡлап 500 мең һумлыҡ грант оттом.
Рөстәм Шәйхетдинов, кинорежиссер
Астың хәлен туҡ аңламай тиһәләр ҙә фильмдың маҡсаты экрандар аша йотлоҡ фажиғәһен тамашасыға еткереү.
Фильм әлегә ҡыҫҡа метражлы итеп планлаштырылған.Әммә төшөрөлгән материалдың күләме һәм сифатынан сығып формат үҙгәреүе лә ихтимал.Ҙур экранға уны 2022 йылда, ҙур йотлоҡтоң 100 йыллығына сығарыу ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин
Читайте нас: