+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 17:00

Өфөлә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Рауил Бикбаевтың һуңғы китабының исем туйы үтте

Шәйехзада Бабичтың тормош юлына бағышланған фәнни йыйынтыҡтың презентацияһына Рауил Төхвәт улының яҡындары, ҡәләмдәштәре, ижадташтары йыйылды.

Шәйехзада Бабичтың тормош юлына бағышланған фәнни йыйынтыҡтың презентацияһына Рауил Төхвәт улының яҡындары, ҡәләмдәштәре, ижадташтары йыйылды. Әҙәби сараға республиканың башҡа китапханалары онлайн форматта ҡушылды. Шәйехзада Бабич иҫтәлегенә бағышланған китапты әҙип ғүмере буйы яҙған, әммә ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа документаль баҫма һуңлап донъя күрә.
Ялҡынлы шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тормош юлына һәм ижадына бағышланған китапты яҙыу өсөн Рауил Бикбаев шәхестең Мишкә һәм Дүртөйлө райондарында йәшәгән туғандары менән осрашҡан. Тарихи мәғлүмәтте теүәл сағылдырыу өсөн байтаҡ архив сығанаҡтарын туплап, ваҡиғаларҙы фәнни күҙлектән ҡарап яҙған. Милли каитапханала яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйын үткәреү артабан да дауам итәсәк.
Флорида Ким
Читайте нас: