-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 19:00

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Йөрәктау» легендаһы буйынса балет әҙерләгән

18 һәм 19 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бер актлы «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» балетына саҡыра

18 һәм 19 февралдә Башҡорт опера һәм балет театры бер актлы «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» балетына саҡыра.
Либреттоны «Йөрәктау» башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Ринат Абушахманов һәм Николай Попов яҙған. Бында Ханбулат батырҙың һәм Айһылыу исемле ҡыҙҙың бәхетһеҙ мөхәббәте тураһында һүҙ бара. Яуыз Типтеғол бай ике йәш йөрәккә ҡауышырға ирек бирмәй.
Спектакль тамашасыларҙы республиканың бай мираҫы, уның мәҙәниәте, традициялары, баһалап бөткөһөҙ мелодик ҡаҙанышы менән таныштыра.
Ҡуйыусы балетмейстер – Ринат Абушахманов, ҡуйыусы рәссам – Фәниә Низамова, яҡтыртыу буйынса рәссам – Сердар Чарыев, видеорәссам – Эндрю Квинн (Италия/Австралия).
* Йөрәктау – Стәрлетамаҡ шихандарының иң төньяҡтағыһы. 1985 йылдан төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған, шулай уҡ тарихҡаса булған ҡомартҡы тип иҫәпләнә.
Шул уҡ кистә бер актлы «Таштар ниндәй сер һаҡлай» балеты ла күрһәтелә, авторҙары – композитор Николай Попов һәм хореограф Ринат Абушахманов.
«Таштар ниндәй сер һаҡлай» балеты тамашасыларҙы Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтенә – Шүлгәнташ мәмерйәһенә алып китә. Боронғо замандарҙа ул ышаныслы нығытманан тыш, үҙенә бер төрлө ғибәҙәтхана ла булған. Балет авторҙары версияһына ярашлы, Шүлгәнташ – сәнғәт барлыҡҡа килгән урындарҙың береһе, ә беренсе рәссам – киләсәк быуынға боронғо донъяның серле һүрәттәрен бүләк иткән һылыу ҡыҙ.
Читайте нас в