+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 17:00

Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды

Лауреаттар ҡәләм оҫтаһының тыуған ауылы Туйымбәттә тәбрикләнде.

Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды. Лауреаттар ҡәләм оҫтаһының тыуған ауылы Туйымбәттә тәбрикләнде.
Быйыл Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәбиәт премияһы бирелә башлауға егерме ике йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ яҙыусыһының юлын дауам итеүсе – киң ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, 58 ҡәләм оҫтаһы абруйлы исемгә лайыҡ булды.
Быйыл лауреаттар сафын «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе, йәш шағирә Айгөл Айытҡолова, Мораҡ балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы, яҙыусы Тәлғәт Ишемғолов һәм Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов тулыландырҙы.
Тәлғәт Ишемғолов Зәйнәб Биишева менән осрашыуын бөгөнгөләй тулҡынланып хәтерләй. Халыҡ яҙыусыһы биргән кәңәштәр ижадыма ҡанант ҡуйҙы, ти лауреат.
Лауреаттар өсөн Зәйнәб Биишева ижади остаз ғына түгел, тормош маяғы ла. Шуға ла халыҡ яҙыусыһының исемен йәшәтеү беҙҙең төп бурыс тигән фекерҙә улар.
Рафиҡ Әхмәтшин
Читайте нас: