+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 15:00

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙенең егерме йыллыҡ ижади йыльяҙмаһын барланы

Халыҡ араһында ике тиҫтә йыл арауығында киң танылыу алған йырҙар һәм башҡарыусылар, йыл буйына барған хит-парад еңеүселәре яратҡан радиоһын ҙур сәхнән тәбрикләне.

Халыҡ араһында ике тиҫтә йыл арауығында киң танылыу алған йырҙар һәм башҡарыусылар, йыл буйына барған хит-парад еңеүселәре яратҡан радиоһын ҙур сәхнән тәбрикләне.
Ике тиҫтә йыл дауамында был танһыҡ йырҙар беҙҙе юлда, сәфәрҙәрҙә оҙатып бара,ғүмеребеҙҙең матур миҙгелдәрен моңға сорнай. «Юлдаш» тар юбилей сараларын пандемияға бәйле кисектереп торған. Йыр-моңға һәм тере аралашыуға сарсаған тамашасы күңеленә танһыҡ йырҙарҙы һәм башҡарыусыларҙы көслө алҡыштарға күмде.
Заманса биҙәлгән сағыу сәхнәгә халыҡ күңеленә үтеп ингән йырҙары менән бер-бер артлы билдәле йырсылар күтәрелә. Улар башҡарған йырҙар күңелдең нескә ҡылдарын тибрәтеп, сихри моң донъяһына саҡыра.
«Юлдаш»-хитта ҡатнашыу өсөн профессиональ йырсы булыу мотлаҡ түгел, йөрәгеңдә һандуғас һайрата алһаң, шул етә, ти ҡатнашыусылар шаяртып. Полиция полковнигы һәм профессиональ журналист дуэтынан торған Шәйхетдиновтар ғаиләһе лә тап шундай фекерҙә.
«Юлдаш» радиоһы башҡорт эстрадаһын пропагандалауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән, йөҙәрләгән йәш йырсыларҙы тамашасыларға танытҡан халыҡсан канал. «Юлдаш хит» -Башҡортостандың иң моңло, сағыу йырсыларын бер сәхнәгә туплаған бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс тамаша. кимәленә күтәрелде. Тамашасы фекеренсә, Юлдаш -хит туғандар, дуҫтар, ауылдаштар, фекерҙәштәр менән осрашыу, аралашыу майҙаны ла.
«Юлдаш» каналы концертында ике тиҫтә йыл дауамында халыҡ теленән төшмәгән йырҙар ағылды. Йыл дауамында ай һайын «Юлдаш» радиоһы хит-парадының беренсе баҫҡысына күтәрелгән 12 башҡарыусының да сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Гүзәл Борханова
Читайте нас: