«Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Төньяҡ Амурҙары» кеүек күләмле әҫәрҙәре аша халыҡ күңелен яулаған башҡорт әҙибе Белорет районының Исмаҡай ауылында донъяға килә. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискаһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1956 йылда хәҙерге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Яҙыусының тәүге хикәйә, мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған. Ә инде романдары Яныбай Хамматовты яҙыусы итеп таныта. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы хатта, кинорежиссер Әмир Абдразаҡов тарафынан фильм итеп үҫтерелә.