+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 19:00

Өфө “Нур” татар дәүләт театры композитор Афарим Аҡсуриндың юбилей кисәһен үткәрҙе

Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Мөхәммәҙиева менән Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Фәтихов алып барҙы.

“Йәшәү – матур!” - Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, хормейстер Афарим Аҡсурин шундай девиз менән йәшәй һәм башҡаларҙы ла быға ышандыра.
Афарим Аҡсурин Өфө “Нур” татар дәүләт театрында бик күп йылдар эшләй. Спектаклдәрҙең ҡабатланмаҫ музыкаль биҙәлеше – уның тырыш хеҙмәте.
30 ғинуарҙа, Афарим Садиҡ улының 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, “Нур” театрының Ҙур залы фойеһында иҗади осрашыу уҙҙы. Юбиляр хөрмәтенә ҡотлау һүҙҙәре, ул ижад иткән йырҙар яңғыраны. Композиторҙы тәбрикләргә ул музыкаль яҡтан етәкселек иткән “Илаһилар” төркөмө лә килгән ине.
БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Афарим Аҡсуринға юғары дәүләт бүләктәре - Башҡортостан Республикаһының һәм Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы, композиторҙың мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән оло өлөшөн билдәләне.
“Нур” театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин Афарим Садиҡ улын коллектив исеменән тәбрикләне, озаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн уға театрҙың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ, әлеге эпидемиологик хәлгә бәйле, Афарим Садиҡ улының юбилейын тулы ҡеүәттә үткәреп булмағанлыҡҡа, был сара көҙ көнө үткәреләсәген белдерҙе.
Кисә аҙағында һәр теләгән кеше Афарим Аксуринды тәбрикләй алды.
Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Мөхәммәҙиева менән Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Фәтихов алып барҙы.
Читайте нас: