+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 21:00

Башҡортостан яҙыусыларының «Илаһи һүҙ»е менән танышыу була

Проектты асыу тантанаһы 2021 йылдың 4 февралендә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының тамашалар залында Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34-се йорт адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

2021 йылдың 4 февралендә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының тамашалар залында «Илаһи һүҙ» проектын асыу тантанаһы була. Проект Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ сара «ирекле микрофон» формаһында уҙа: һәр кем үҙенең әҫәрҙәре менән сығыш яһай, ағымдағы йылда ойошма эшмәкәрлеге буйынса үҙ теләктәрен белдерә ала. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев сарала ҡатнашыусыларҙы проект, уның маҡсаттары, бурыстары, көтөлгән һөҙөмтәләре һәм тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырасаҡ.

«Илаһи һүҙ» - Яҙыусылар союзының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеүсе проект. Уның маҡсаты — башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу. Проект ике этаптан тора һәм йыл дауамында тормошҡа ашырыла.

Проектты асыу тантанаһы Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34-се йорт адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Читайте нас: