-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 19:00

3 февралдә Башҡорт дәүләт филармнияһында Нәзифә Ҡадырова һәм дуҫтарының концерты үтә

Халҡыбыҙҙың легендар йырсыһы, үҙенең моңо, илаһилығы, харизмаһы менән күп һанлы тамашасыларҙың йөрәген әсир иткән, дан яулаған Нәзифә Ҡадырова дуҫтарын йыя.

Халҡыбыҙҙың легендар йырсыһы, үҙенең моңо, илаһилығы, харизмаһы менән күп һанлы тамашасыларҙың йөрәген әсир иткән, дан яулаған Нәзифә Ҡадырова дуҫтарын йыя. 3 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә «НӘЗИФӘ һәм Ко» исемле концерт үтә.
Нәзифә Ҡадырова 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм бөгөнгәсә эшен, тамашасыларын, хеҙмәттәштәрен һәм тормошто яратып ижад итә. Ул Людмила Гурченко, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Лев Лещенко, Мөслим Магомаев һәм башҡа билдәле йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Йырҙары менән ил кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, бихисап һәм төрлө осор тамашасыларының иң яратҡан йырсыларының береһенә әйләнә. Рим Хәсәнов ижад иткән «Мандолина» йыры менән ул «Ғүмергә йыр менән» Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай һәм уңыш ҡаҙана.
Тормошта ниндәй булһа, сәхнәлә лә шундай уҡ Нәзифә Ҡадырова. Тере тауыш менән йырлау – уның бер ваҡытта ла үҙгәрмәҫ ҡағиҙәһе. Башҡортостан сәхнәһе примадоннаһы тип йөртәләр Нәзифә Жәүәт ҡыҙын.
Бөгөн Нәзифә Ҡадырова эстрадабыҙҙың легендалары бергә тупланған төркөмдә ялҡынланып ижад итә. «НӘЗИФӘ һәм Ко» исемле йырсының берҙәм, һәләтле һәм күңелле командаһында Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров һәм Зилиә Сәфиуллина эшләй.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в