+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2021, 00:00

Елдәк ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башланы. Тәүге йыйын бөгөн, 29 ғинуарҙа, Борай ауылында үтте. Елдәк ырыуы башҡорттары Башҡортостандың бер-нисә районында йәшәй. Тап шуға ла елдәктәр ҡорона Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел районы вәкилдәре лә килде. Съезда эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Йыйындың пленар өлөшөндә ҡунаҡтарҙы сәләмләп Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һүҙ алды.
«Республика күләмендә ойошторолған Ырыуҙар йыйыны тап беҙҙең райондан башланыуына шатбыҙ. Борай ауылы — Елдәк ырыуы башҡорттары йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, райондың гербында ла был ырыуҙың тамғаһы урын тапҡан. Елдәк ырыуының ҡайһыбер күренекле вәкилдәре лә Борай районында тыуған, мәҫәлән, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров. Бөтәгеҙҙе лә Борай ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ», — тип әйтте Рушан Гәрәев.
Рушан Гәрәев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән елдәктәрҙе башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов сәләмләне.
«Бындай йыйындар, беҙҙеңсә, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн тыуған яҡты өйрәнеүҙә этәргес булып, яңы материалдар табырға ярҙам итәсәк. Тарихҡа күҙ һалғанда, ырыу йыйындары—ул башҡорттарҙың борондан килгән дәүләт булараҡ ойошоу формаһы. Йыйындарҙа халыҡты борсоған проблемалар хәл ителеп, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ырыуҙар ҡоро халҡытың берләшеүенә, быға тиклем республика кимәлендә билдәле булмаған ырыуҙарға үҙҙәрен танытырға килтерер, тип ышанабыҙ», — тип сығыш яһаны Ғәлим Яҡупов.
Ғәлим Яҡупов Елдәк ырыуы билдәле шәхестәргә бай. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, тел белгесе Ҡасим Әхмәров, шағир Мәлих Харис, генетик Эльза Хөснөтдинова һәм башҡалар. Был юлы яҡташтары алдында танылған сатирик Марсель Сәлимов сығыш яһаны һәм һәр ваҡыттағыса ярым шаярып, ярым етди һөйләне. Йөкмәткеле телмәрен шиғри юлдар менән дә биҙәне.
Юлларымны тыуған яҡҡа
Тотайым да борайым,
Ҡайсан ҡайтсам да, үз итеп
Ҡаршы алыр Борайым
Марсель Сәлимов
Артабан Өфөнән килгән ғалимдар һүҙ алды. Салауат Хәмиҙуллин Борай төйәге, елдәк ырыуы тарихына ентекле туҡталды. Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары карталары, елдәк ырыуы халҡының йәшәгән биләмәләре тураһында бәйән итте. Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡында һөйләне, сығышын тап ошо диалектта алып барҙы. Нурислам Ҡалмантаев елдәк ырыуынан сыҡҡан күренекле, әммә ҡайһы берҙәренең исемдәре онотолоп ҡалған шәхестәр менән таныштырып үтте.
Сараның фәни-ғәмәли өлөшөнән һуң йыйынға делегат булып килгән Елдәк ырыуы вәкилдәре телмәр тотто.
Елдәк ырыуы таралған төбәктәрҙән килгән һәр вәкил тыуған ауылы тарихы, шәжәрәңде, тамырҙарыңды белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне.
«Илеш районы Бишҡурай биләмәһенә ингән бөтә ауылдарҙа ла Елдәк ырыуы башҡорттары йәшәй. Бынан тыш күрше биләмәнән Юғары Маншыр, Сүлте, Яңы Аташ ауылдары ҡарай. Был ауылдарҙа үҙенең ерен, һыуын яратҡан, динен хөрмәт иткән , үҙенең шәжәрәһен өйрәнергә ынтылып торған халыҡ йәшәй. Бөгөнгө быуын үҙ тарихын һәм сығыштарын белергә тейеш. Шуға ла Борайҙағы йыйын Илеш башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле» ,
— тине Илеш районынан килгән делагат Рәмзилә Хәмиҙуллина.
Рәмзилә Хәмиҙуллина съезд сиктәрендә ойошторолған Елдәк ырыуы Йәмәғәт Советына ла һайланды. Унан тыш Советҡа Ҡариҙелдән Регина Хәйҙәршина, Благовещен районынан Фәниә Ситдиҡова, Дүртөйлөнән Миләүшә Камалова, Нуриман районынан Дания Фәйрүзова һәм Саҡмағоштан Розалия Хафизова, Борай районынан Эльза Шәймиева ағза итеп билдәләнде. Ырыу Советы рәйесе итеп Эльза Шәймиева һайланды.
Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны эстафетаһы Балыҡсы ырыуына тапшырылды. Эстафетаны ҡабул итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәре, Балыҡсы ырыуы активисы Винарис Абдуллин «Балыксылар» йырын башҡарҙы. Киләһе сара 5 февралдә ошо ырыу төйәге — Асҡын районында үтәсәк. Артабан делегаттар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн Борай район мәҙәниәт һарайы коллективы әҙерләгән байрам концерты күрһәтелде. Уны төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкилдәре Хаят һәм Альберт Исмаиловтар асып ебәрҙе.
Читайте нас: