-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 11:00

Һөйөнсө, яңы китап!

Билдәле яҙыусы һәм ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро кураторы Рәшит Шәкүрҙең яңы китабы донъя күрҙе.

Билдәле яҙыусы һәм ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро кураторы Рәшит Шәкүрҙең яңы китабы донъя күрҙе. «Ерҙең тере хәтере. Топонимика серҙәре» исемле хеҙмәттә авторҙың топонимика һәм этимология буйынса төрлө йылдарҙа республика гәзета-журналдары биттәрендә баҫылған мәҡәләләре тупланған. Үҙ ваҡытында Рәшит Шәкүр тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙән һәм тыуған төйәге тарихы менән ҡыҙыҡһынған ябай кешеләрҙән бик күп хаттар ала, китапта улар айырым бүлектә бирелгән. Күп кешеләр республикалағы ауыл исемдәре һәм географик атамалар яҙылған күрһәткестәрҙә хаталар булыуына иғтибар итә. Авторҙың фекеренсә, уларҙы әҙерләгәндә ғалимдарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең йәки урындағы халыҡтың фекере иҫәпкә алынһа, бындай кәмселектәргә юл ҡуйылмаҫ ине. «Топония — халыҡтар һәм илдәр тарихы буйынса энциклопедик мәғлүмәттең бай сығанағы, тылсымлы бер донъя ул. Шуның өсөн дә топонимияны беҙ ерҙең тере хәтере тип атайбыҙ. Халыҡтың рухи байлығын һәм зирәклеген һаҡлаусы мәҙәни һәм ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары булараҡ, топонимдар йыйыуҙы, тикшереүҙе һәм башҡа телдәрҙә боҙоп ҡулланыуҙан һаҡлауҙы талап итә», — тип белдерҙе Рәшит Шәкүр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тағы бер ағзаһы, Ростов өлкәһендәге башҡорт диаспораһы рәйесе, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың да яңы китабы донъя күрҙе. Ул документаль повесть жанрында яҙылған һәм «Гвардия полковнигы Ғәни Ғәлимов — башҡорт халҡының легендар улы» тип атала. Әҫәрҙә Туймазы районының Япрыҡ ауылында тыуып үҫкән совет офицерының тормошо һәм хәрби юлы хаҡында бәйән ителә. Китапта тарихи белешмәләр, геройҙың үҙенең, хеҙмәттәштәренең һәм ғаилә ағзаларының хәтирәләре, фотоһүрәттәр һәм архив документтары тупланған. «Ғәни Ғәлимов тураһында китап яҙыу идеяһы уның тыуған ауылында мемориаль таҡтаташ ҡуйғандан һуң барлыҡҡа килде. Был тема менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуымды күргәс, тарихсы Азат Ярмуллин бик күп материал бирҙе. Геройҙың ҡыҙы Галина, ейәне Морат та төрлө фотоһүрәттәр, документтар һәм мәғлүмәт менән ярҙам итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, Ғәни Ғәлимов үҙенең Йылан ырыуы башҡорто булыуы менән һәр ваҡыт ғорурланған. Был мәғлүмәттән һуң мин ошо ырыуҙың тарихын өйрәндем һәм ҡыҫҡаса китапта яҙып үттем », — тип һөйләне автор Мәхмүт Сәлимов. Башҡорттарҙың Йылан ырыуы борондан билдәле. Улар хаҡында X быуаттың 1-се яртыһындағы ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан үҙенең хеҙмәттәрендә телгә алған. Бөгөн Йылан ырыуы вөкилдәре Башҡортостан Республикаһының Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Саҡмағош, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Шаран райондары, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Баулы районы территорияһында йәшәй.
Читайте нас в