+18 °С
Дождь
Новости
29 Января 2021, 08:00

Өфөлә рэп-фестиваль уҙғарыу ваҡыты һәм урыны билдәле булды

Уҡыусылар һәм студенттар фестивалгә бушлай индерелә.

«Молодость Fest» рэп-фестивале 31 ғинуарҙа «Өфө-Арена»ла ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ойоштороусылар. Көндөҙгө сәғәт 2-лә инә башларға мөмкин. Сәғәт 3-тә – диджей сет, 4-се 30 минутта артистарҙың сығышы башлана. Уҡыусылар һәм студенттар фестивалгә бушлай индерелә.
Фестивалде «Яңы Атланта» рэп-фестивале форматында ойоштороу планлаштырыла. 2019 йылдың декабрендә унда Моргештерн, Face, Thomas Mraz һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһағайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыуғабәйле Башҡортостанда концерттар уҙғарыла башланы.
Читайте нас