+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 19:00

Башҡорт дәүләт академия драма театры бэби-театрҙар ижади форумында ҡатнаша

Ул 30 һәм 31 ғинуарҙа Татарстанда, Миңзәлә ҡалаһында уҙғарыла.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы "Ләкләк" тип аталған беренсе бэби-театрҙар ижади форумында ҡатнаша. Ул 30 һәм 31 ғинуарҙа Татарстанда, Миңзәлә ҡалаһында уҙғарыла. Беҙҙең театр "Күктән ергә тиклем" тип аталған кескәйҙәр өсөн спектакль менән 31 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ.
Бэби-спектакль классик балалар өсөн спектаклдән үҙенең аудиторияһы (0+) менән айырыла. Декорациялар һәм актерҙар тамашасыларға яҡын урынлашҡан һәм өйҙәге кеүек йылы мөхит, яҡынлыҡ хистәре тыуҙыра.
"Күктән ергә тиклем" спектакленең режиссеры - Алмаз Саҙриев. Унда Лилиә Ғәлина, Әлфирә Зәһиҙуллина, Юнир Ҡоланбаев, Морат Рафиҡов ҡатнаша.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: