+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 11:00

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.

28 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе – сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, төбәктең яҡын киләсәккә төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ.
Мөрәжәғәтнамә республика тормошоноң барлыҡ аспекттарына – закондар сығарыу базаһына, иҡтисадҡа, сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына, һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, социаль өлкәгә ҡағыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: