-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 13:00

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында премьера

Бөгөн, 27 ғинуарҙа – Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның «Башҡа бер ҡасан да» тип исемләнгән документаль фильмы күрһәтелә.

27 ғинуарҙа – Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә режиссер Гөлназ Ғәлимуллинаның «Башҡа бер ҡасан да» тип исемләнгән документаль фильмы күрһәтелә. Кинотаҫма политрук Николай Киселевтың ҡаһарманлығы тураһында, ул 1942 йылда оккупацияланған биләмәнән Белоруссиялағы Долгиново ауылы халҡын – 218 йәһүдте сығарған.
Тәүгеләрҙән булып был тарихи ваҡиғаны режиссер Яков Каллер 2018 йылда төшөрөлгән «Киселев исемлеге. Тамуҡтан ҡотғарылғандар» фильмында асып һалғайны. Яҡташыбыҙ Гөлназ Ғәлимуллинаның ижади эшенә килгәндә, унда Киселевтың походында ҡатнашҡан Рубиндар ғаиләһенең фажиғәле яҙмышы бәйән ителә. Юлда төп герой – ете йәшлек Леондың әсәһе тифтан ауырып һәләк була. Малай ғүмере буйы ғәзиз кешеһенең ҡәберен табыу ниәте менән йәшәй. 75 йылдан һуң ғына Ырымбур янында күмелгән булыуын асыҡлай.
Фильмда Киселев тарафынан ҡотҡарылған башҡа йәһүдтәр ҙә ҡатнашҡан. Премьера март аҙағында Мәскәүҙәге Йәһүдтәр музейы һәм Толерантлыҡ үҙәгендә күрһәтелергә тейеш булған. Әммә коронавирус пандемияһына бәйле ул икенсе ваҡытҡа күсерелә.
"Фильмдың иң беренсе булып Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелеүе минең өсөн бик мөһим. Сөнки Николай Киселев тап Башҡортостанда тыуған, кинотаҫмалағы тарих менән республика халҡы ғорурлана ала. Автор булараҡ геройҙар өсөн дә ул лайыҡлы булыр тип ышанам", - ти Гөлназ Ғәлимуллина, «Башҡа бер ҡасан да» документаль фильмының режиссеры, сценарий авторы.

Гөлназ Хәйбуллина
Читайте нас: