25 ғинуарҙа Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры вәкилдәре менән осрашыу үтте. Унда БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры Ильфир Яҡупов, М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин һәм Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин ҡатнашты.