Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 2020 йылда булырға тейеш ине, коронавирус арҡаһында уҙғарыу ваҡыты быйылға күсерелде.
БР Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Азат Баҙранов белдереүенсә, 3-11 июлгә планлаштырылған ҙур сараның төп өлөшө Өфөлә үтәсәк. Бынан тыш 33 районда мәҙәни саралар буласаҡ.
Әлеге ваҡытта ҡатнашыусы илдәр әҙерлек режимында һәм Фольклориада буйынса федераль һәм республика ойоштороу комитеттарының был мәсьәләне хәл итеүҙәрен көтә.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы