+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 19:00

Ни хәлдәһең, ЦИРК?

Республика Йортонда Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты. Яҡтар Өфө циркы бинаһын реконструкциялау һәм цирк сәнғәтен үҫтереү тураһында фекер алышты.

Өфө дәүләт циркы — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан. Дәүләт циркы йәки Өфө циркы тип тә йөрөтөлә.
1968 йылдың 5 ноябрендә РСФСР—ҙың атҡаҙанған артисы Т. В. Дурова етәкселегендәге программа менән асыла. 2 мең урынлыҡ тамаша залы, административ кабинеттары, көнкүреш бүлмәләре, грим бүлмәләре, балет-спорт залы, «Арена» дөйөм ятағы һ.б. бар. 1970 йылдан БАССР Министрҙар советы ҡарары менән «Союзгосцирк» Бөтә Союз берекмәһе ҡатнашлығында Өфө циркы эргәһендә Башҡорт цирк студияһы ойошторола. Уны тамамлаусылар (55 кеше) Башҡортостанда профессиональ цирк сәнғәтенә нигеҙ һала.
Өфө циркы бинаһы 20 быуаттың 2-се яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.
Башҡорт цирк коллективының (1991 йылға тиклем эшләй) «Сәскә ат, Башҡортостан!» программаһы менән беренсе тамашаһы 1973 йыл 7 сентябрҙә ҡуйыла. Һуңыраҡ «Йөрәктән йөрәккә» (1979), «Манеждағы һабантуй» (1984), «Дуҫлыҡ аренаһы» (1989) программалары эшләнә. Өфө циркы аренаһында Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары А. С. Дементьев, И. Э. Кио, Т. А. Корнилова, Т. Т. Нугзаров, Н. Я. Сквирский, В. В. Тихонов, СССР—ҙың халыҡ артистары В. М. һәм М. М. Запашныйҙар, Ю. В. Никулин, О. К. Попов һ.б. сығыш яһай. Башҡорт циркы артистары СССР буйлап һәм донъяның 18 илендә гастролдәрҙә була. Өфө циркы менән Л. В. Авершина, Н. П. Барзилович, А. Ғ. Вилданов, Ю. Х. Ғәзизов, Г. М. Ғәзизова, Р. Н. Дербишева, Ф. Х. Иксанова, Ғ. Ш. Имашева, Йәрмөхәмәтовтар, Касеевтар, Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы, С. Ғ. Кирәев, Кокориндар, Солтангәрәевтар, Фәйрүзовтар, Шакировтар, Әсәҙуллиндар һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Өфө дәүләт цирк 1968 йылдың көҙөнән эшләп килә. Ул илдең иң яҡшы биш циркы исемлегенә инә. Бинаның ҙур аренаһы, 2 меңгә яҡын тамашасыға иҫәпләнгән залы, артистар, йәнлек-хайуандар өсөн бүлмәләре бар. Әммә бөгөн Өфө циркы заман талаптарына яуап бирә тип әйтеп булмай, Объектта 4 тиҫтә йыл тирәһе капиталь ремонт яһалғаны юҡ.

Республика Йортонда Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты. Яҡтар Өфө циркы бинаһын реконструкциялау һәм цирк сәнғәтен үҫтереү тураһында фекер алышты.

– Беҙ Өфө дәүләт циркының киләсәге тураһында борсолабыҙ. Халыҡ та йыш ҡына ошо һорау менән мөрәжәғәт итә, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә был йәһәттән һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ. Миллионлы ҡала тип иҫәпләнгән Өфөлә был объекттың яңынан эшләй башлауы бик мөһим.

Владимир Шемякин әйтеүенсә, Рәсәй дәүләт циркы тарафынан Өфө циркын реконструкциялау буйынса алгоритм төҙөлгән. Был һорау буйынса Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән дә һөйләшеүҙәр үткән.

Бөгөн проект документацияһын әҙерләү һәм тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса сығымдарҙы республика үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Ә реконструкция Рәсәй дәүләт циркы тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡарыласаҡ эштең яҡынса хаҡы 1 млрд һум тип баһалана.
М.Ҡыҙрасова әҙерләне
Читайте нас: