-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 21:00

Мостай Кәримдең китабы Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының 50 иң яҡшы баҫмаһы исемлегенә инде

«100 шиғыр» китабына Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған.

Мостай Кәримдең «Инеш» нәшриәтендә донъя күргән «100 шиғыр» йыйынтығы «2019 йылдың иң яҡшы китаптары» конкурсы йомғаҡтары буйынса «50 иң яҡшы төбәк баҫмаһы» исемлегенә инде.
«100 шиғыр» китабына Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы — 3000 дана, күләме — 150 бит.
Мостай Кәрим исемендәге фондтың күләмле акцияһы барышында Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығы уңайынан «Инеш» нәшриәтендә уның «100 шиғыр» һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты.
2020 йылдың февраленән яңы юғары сифатлы китаптарҙы «Планета», «Эдвис», «Знания», «Белая река», «Китап», «БашАкадемКнига», «А-Книга» магазиндарында, Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында һатып алырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в