-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 20:00

Кинематографистар союзында яңы рәйес

Ҡарар Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзының офлайн һәм онлайн уҙғарылған отчет-һайлау йыйылышында ҡабул ителде. Берекмә етәксеһе вазифаһына ике кандидатура – режиссер Айнур Асҡаров һәм Зөһрә Бураҡаева дәғүә итте.

Драматург һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева бөгөн Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзына етәкселек итә башланы. Ул күпселек тауыш менән рәйес итеп һайланды.
Хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзында 33 кеше ағза булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ижади берекмәне республикала билдәле кино эшмәкәре Фәрит Ғәбитов етәкләне. Ул 2020 йылдың ноябрендә донъя ҡуйҙы.
Читайте нас в