+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 17:00

БР милли музейында “Тамға” халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә ойошторола

Күргәҙмә 28 февралгә тиклем дауам итәсәк.

3 февралдә БР милли музейында “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә асыла.
Күргәҙмә экспозияһына республика район һәм ҡаларынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән авторҙарҙың эштәре тупланған. Бында шулай уҡ билдәле дизайнерҙарҙың милли кейем темаһына бағышланған эштәре һәм фотокүргәҙмәһе менән танышырға мөмкин.
Күргәҙмә 28 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тамға” конкурсы беренсе тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо. Өфө, Туймазы ҡалаларынан, Салауат районынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Мәскәүҙән, Ҡаҙаҡстандан костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар проекттың финалына сыҡты. Гран-при “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға бирелде.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: